«Күп милләтле Силәбе: мәҙәниәттәр диалогы» граждандар форумында Өфө вәкиле ҡатнашты

26 октябрь Силәбе ҡалаһында йыл да уҙғарыла торған «Күп милләтле Силәбе: мәҙәниәттәр диалогы» граждандар форумы үтте.

26 октябрь Силәбе ҡалаһында йыл да уҙғарыла торған «Күп милләтле Силәбе: мәҙәниәттәр диалогы» граждандар форумы үтте.

- Форумды беҙ 10 йылдан ашыу үткәрәбеҙ һәм ул ҡалабыҙҙың йәмәғәт-сәйәси тормошоноң бер өлөшөнә әйләнде. Ошо йылдарҙа форум йәмәғәт ойошмалары, мәғариф учреждениелары вәкилдәре, фән эшмәкәрҙәре һәм милләттәр мөнәсәбәте өлкәһендәге эксперттар өсөн ҙур дискуссион һәм фекер алышыу майҙансығына әйләнде, – тине сәләмләү һүҙендә Силәбе ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Наталья Котова. – Силәбе ҡалаһында 130-ҙан ашыу төрлө халыҡ һәм милләт вәкилдәре йәшәй. Хәҙерге осорҙа бер-беребеҙҙе ишетеү һәм тыңлау мөһим. Шуға ла бөгөнгө форумдың темаһы – диалог».

Форумдың пленар өлөшөндә Өфө ҡалаһында милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәре тураһында Өфө ҡалаһы хакимиәте Мәғариф идаралығының телдәр сәйәсәте бүлеге баш белгесе Илдус Ҡаһарманов сығыш яһаны.

Форумда шулай уҡ Милләт эштәре буйынса федераль агентлығының сит ил граждандарының социаль-мәҙәни адаптацияһын һәм интеграцияһын методик яҡтан тәьмин итеү бүлеге етәксеһе Виктория Леденева, Урал дәүләт тау университетының теология кафедраһы доценты Алексей Старостин, Пермь ҡалаһы хакимиәтенең милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәре буйынса бүлеге етәксеһе Анастасия Игнатьева ҡатнашты.

Форумда мигранттарҙың Рәсәйҙәге адаптацияһы һәм интеграцияһы, Көньяҡ Уралда йәшәгән халыҡтар мәҙәниәтен һаҡлап ҡалдырыу мәсьәләләре, төрлө милләттәр араһында килеп тыуған ҡайһы бер проблемалар тураһында һүҙ алып барылды.

Форум сиктәрендә ҡатнашыусылар белем биреү учреждениелары етәкселәре һәм уҡытыусылары менән мәктәптәрҙә мигрант балаларҙы уҡытыу мәсьәләләре буйынса фекер алышты, шулай уҡ, бар Көньяҡ Урал төбәге өсөн милләттәрҙең берләшеү урынына әйләнгән «Халыҡтар берҙәмлеге үҙәге» мунииципаль учреждениеһы эше менән танышып үтте.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA