Өлфәт Мостафин төҙөкләндереү буйынса район муниципаль бюджет учреждениеларын тикшерҙе

2018 йылдың 30 октябрендә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин төҙөкләндереү буйынса район муниципаль бюджет учреждениеларын ҡышҡы осорҙа эшләргә әҙер булыуҙарын тикшерҙе.

2018 йылдың 30 октябрендә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин төҙөкләндереү буйынса район муниципаль бюджет учреждениеларын ҡышҡы осорҙа эшләргә әҙер булыуҙарын тикшерҙе.

Беренсе объект Ленин районының төҙөкләндереү буйынса муниципаль бюджет учреждениеһе булды. Предприятие балансында барлығы 82 берәмек техника иҫәпләнә, шул иҫәптән 38-е ҡышҡы техника. Райондың үҙенсәлеге уның территорияһында, ул өс өлөшкә бүленгән – «Нагорная», «Затон» һәм «Нижегородка». Төҙөкләндереү буйынса муниципаль бюджет учреждениеһының урынлашыуы предприятие хеҙмәткәрҙәренә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙ эш участкаларына барып етергә мөмкинлек бирә.

Киләһе тикшереү объекты Совет районының төҙөкләндереү учреждениеһы булды. Уның балансында 87 берәмек техника, шул исәптән 52-һе ҡышҡы. Район территорияһы нигеҙенә беренсе категориялы урамдар йәки «ҡыҙыл линиялар» инә. Шуның өсөн дә предприятиеға бик етди эштәр тура килә.

Өлфәт Мансур улы учреждениеларҙың территорияларын ҡарап сыҡты, кадрҙар составы һәм матди-техник тәъмин ителеүе менән танышты, предприятие хеҙмәткәрҙәре менән аралашты. Сәфәр барышында килеп сыҡҡан һорауҙарҙы һәм мәсьәләләрҙе муниципалитет башлығы айырым контролгә алырға ҡушты. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт хаҡы мәсьәләләренә иғтибар бүлергә ҡарар итте.

- Йылдар буйы предприятиела эшләгән кешеләрҙе юғалтырға ярамай. Был мәсьәләләрҙе ентекләп өйрәнәсәкбеҙ һәм хәл итәсәкбеҙ, - тип асыҡланы муниципалитет башлығы.

Ғөмүмән алғанда, әлеге райондарҙың коммуналь хеҙмәттәренең ҡышҡы әҙерлеге ниндәй ҙә булһа ҡурҡыныс тыуҙырмай. Махсус техника әҙерләнгән, машина йөрөтөүселәр составы тупланған, ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы тейешле күләмдә әҙерләнгән.

Төҙөкләндереү буйынса район муниципаль учреждениеларын тикшереү ошо көндәрҙә дауам ителәсәк.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA