Өфөлә Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арналған саралар үтә

2018 йылдың 18 октябрендә Өфөлә «Мостай уҡыуҙары» тигән республика фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Был конференция сиктәренда «Мостай уҡыуҙары» әҙәби-ижади ҡала конкурсында еңеүселәрҙе һәм приз алыусыларҙы бүләкләнеләр. Сара Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арналды.

2018 йылдың 18 октябрендә Өфөлә «Мостай уҡыуҙары» тигән республика фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Был конференция сиктәренда «Мостай уҡыуҙары» әҙәби-ижади ҡала конкурсында еңеүселәрҙе һәм приз алыусыларҙы бүләкләнеләр. Сара Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арналды.

Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Мәғариф идаралығы, Яҙысылар союзы, Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһы, Мостай Кәрим фонды, «Аманат» шәфҡәтлек фонды, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты.

Сараның төп маҡсаты - уҡыусыларыҙы республиканың һәм Рәсәй халыҡтарының рухи мираҫына ылыҡтырыу, Мостай Кәрим шәхесенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, үҫеп килгән быуынға патриотик, әхлаҡи тәрбиә биреү, әҙәби-ижади һәләтле балаларҙың ҡаҙаныштарын пропагандалау.

Был сарала мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, Яҙыусылар союзы вәкилдәре, республиканың алдынғы юғары уҡыу йорттары ғалимдары ҡатнашты. Кисәлә, почетлы ҡунаҡ, Мостай Кәримдең һеңлеһе Әлфирә Зийәзетдинова булды.

«Мостай уҡыуҙары» республика фәнни-ғәмәли конференцияһының 4 секцияһында ситтән тороп этабының еңеүселәре сығыш яһаны. Бында 74 уҡыусы һәм педагогтар ҡатнашты.

Йыл һайын «Мостай уҡыуҙары» әҙәби-ижади ҡала конкурсында ҡатнашыусыларҙың географияһы киңәйә. Конкурс республиканың ҡала һәм район уҡыусылары, педагогтары араһында ғына түгел, ә Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә ла танылыу тапты. Быйыл конкурсҡа барыһы 150 эш ҡабул ителде. Улар араһында Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларынан һәм башҡа райондарҙан ҡатнашыусылар булды. Шулай уҡ Яҡут (Саха) Республикаһынан да ҡатнашыусылар булды.

Әҙәби-ижади ҡала конкурсының бүләкләү тантанаһын мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова асты.

- Беҙҙең өсөн Мостай Кәрим - ҙур шәхес. Беҙ уның балалары, сөнки сабый саҡтан уҡ уның әҫәрҙәрен уҡып үҫтек. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры, уның яҙған шиғырҙары һәм әҫәрҙәре республиканың ғына түгел, ә бөтә Рәсәйҙең рухи хазинаһы булып тора.  

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов үҙенең сәләмләү һүҙендә былай тине:

-Бөйөк шағир, гражданин, яугир, оло йөрәкле кеше тураһында иҫтәлектәр үҫеп килгән быуынды шағирҙың бай мираҫын өйрәнергә һәм уның ижади тормош юлын дауам итергә дәртләндерә.

Конкурста еңеүселәр һәм призерҙар Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Мәғариф идаралығының почет грамоталары һәм бүләктәре менән бүләкләнде.

Сара һуңында Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары «Беҙҙең өйҙөң йәме» спектакленән өҙөк күрһәтте.

2018 йылдың 17 октябрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында «Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ» тигән спектакль премьераһы үтте.

Премьераға почетлы ҡунаҡтар - БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәнзил Сыңғыҙов, БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитова, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы етәксеһе Исламетдин Мәмбәтов һәм башҡалар килде.

Спектаклдә Мостай Кәримдең шиғырҙары, бала сағы, һуғыш ваҡыты тураһындағы хәтирәләре, мөхәббәт тураһында уйланыуҙары, әҫәрҙәренән өҙөктәр тәҡдим ителде. Шулай уҡ, тамаша үҙ эсенә бер нисә жанрҙы алды: кинематография, драма һәм ҡурсаҡ театры, анимация һәм документалистика синтезы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың 20 октябрендә республикаһының Халыҡ шағиры, драматург һәм прозаик Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл билдәләнә. Был көндө Өфө ҡалаһында төрлө театрлаштырылған саралар, тамашалар үтәсәк, гранттар тапшырыласаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA