“Илһам” шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте

Районыбыҙҙа традицияға әйләнеп киткән “Илһам” шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте. Конкурстың маҡсаты – балаларҙы шиғриәт ижады менән таныштырыу, йәш быуында шиғриәткә ҡарата һөйөү уятыу.
Районыбыҙҙа традицияға әйләнеп киткән “Илһам” шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте. Конкурстың маҡсаты – балаларҙы шиғриәт ижады менән таныштырыу, йәш быуында шиғриәткә ҡарата һөйөү уятыу. Уҡыусылар конкурсҡа бик етди ҡарағандар, костюм, декорация әҙерләгәндәре лә булды араларында. Бәйгелә өс номинация иғлан ителгәйне, ҡатнашыусыларҙың һәр береһе ошо өс номинацияға ла шиғыр әҙерләп алып килгәйнеләр. Беренсе номинацияла шиғырҙар тыуған еребеҙ Башҡортостанға арналды. Конкурсанттар А.Муллагулова, Р.Йәнбәк, Р. Сәлмәнов, Ғ.Ғүмәр, Г.Юнысова, К.Кинйәбулатова һ.б. билдәле шағирҙарҙың әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙеләр. Икенсе номинация Башҡортостандың халыҡ шағиры, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе Мостай Кәримгә арналғайны. Конкурсанттар шәхестең “Ҡайын япрағы тураһында”, “Билдәһеҙ һалдат”, “Уҡытыусыма”, “Ҡоштар осорам”, “Кил инде”, “Россиянмын” һәм башҡа шиғырҙарын башҡорт, татар, рус телдәрендә яңғыраттылар. Өсөнсө номинация ғаилә, татыулыҡҡа арналды. Конкурсанттар араһында шундай маһир шиғыр һөйләүселәр булды, хатта тыңлап ултырыусыларҙың да, жюри ағзаларының да күҙҙәре йәшләнде, шиғыр юлдары йөрәккә үтеп инде. 1 – 4 кластар араһында еңеүҙе Башҡорт йәкшәмбе мәктәбе уҡыусыһы Миһранова Элина менән 156-сы мәктәп уҡыусыһы Сайранова Илһөйәр бүлеште. 5-8 кластар араһында 48-се Башҡорт лицейынан Нафиҡова Гөлназ менән Рәфғүтдинов Рөтәмгә етеүсе булманы. 9 -11 кластар араһында беренсе урынды 69-сы мәктәп уҡыусыһы Юльметов Наил яуланы. Бәйгелә еңеүселәрҙе алда конкурстың ҡала этабы көтә. Уларға уңыштар, яңы үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA