Өфөлә «Сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар» проекты сиктәрендә  юлдар ремонтлау тамамлана

Өфөлә «Сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә  юлдарҙы ремонтлау эштәре тамамлана. Бөгөнгө көндә объекттарҙа 93 проценттан артыҡ ремонт яһалған, бөтә 55 участкала ла аралаш эштәр ҡабул ителгән.

Саралар планына шулай уҡ ремонт яһалған юл участкаһына юл билдәләрен һыҙыу индерелгән. Әлеге ваҡытта 35 объектта юл билдәләре һыҙылған. Ошо көндәрҙә Адмирал Макаров, Ырымбур, Революция, Шәфиев, Вокзал, Кировоград, Бабушкин, Бер туған Кадомцевтар урамдарында юл билдәләре һыҙылған. Ремонт эштәре һауа шарттарын иҫәпкә алып, тәүлек әйләнәһенә эшләнә.

Юл билдәләһенең материалы – тышҡы йоғонтларға һәм туҙыуға ҡаршы торған термопластика. Ул температураның һикереүенә сыҙай, химик матдәләрҙән «ҡурҡмай». Уның составына ҡараңғала янып торған һәм водителдең күҙәтеүен яҡшыртҡан «быялашарҙар» инә.

Ҡала хеҙмәттәре  водителдәрҙе  юл билдәләре һыҙылған участкаларҙы урап үтергә саҡыра. Был юл билдәләренең һыҙыҡ теүәллеген һәм норматив хеҙмәт ваҡытын тәъмин итергә мөмкинлек бирә.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA