Затон биҫтәһенең 284-се һанлы балалар баҡсаһында «Күңелле старттар» үтте

Бөгөн Затон биҫтәһенең 284-се һанлы балалар баҡсаһында «Күңелле старттар» уйындары үтте. Ғаилә йылына бағышланған сарала Ленин районының 5 балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты.
Бөгөн Затон биҫтәһенең 284-се һанлы балалар баҡсаһында «Күңелле старттар» уйындары үтте. Ғаилә йылына бағышланған сарала Ленин районының 5 балалар баҡсаһының тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Уйындар сәләмәт тормош рәүешен йәш саҡтан уҡ формалаштырыу маҡсаты менән үткәрелде. Йәш спортсыларҙы Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәтенең спорт комитеты һәм физик культура рәйесе Радик Ғәлиәхмәтов сәләмләне һәм еңеүҙәр теләп сараны асып ебәрҙе. Мауыҡтырғыс күнекмәләрҙән торған сәмле ярыш тамамланғандан һуң еңеүселәрҙе билдәләнеләр. Еңеүсе кубогын 284-се балалар баҡсаһы командаһы яуланы. Икенсе урынды 330-сы балалар баҡсаһы алһа, өсөнсө урын 158-се балалар баҡсаһына бирелде. Сәләмәтлек - һәр кемдең дә бөйөк ҡиммәте. Баланы һау- сәләмәт итеп тәрбиәләп үҫтереү - һәр ата-әсәнең теләге һәм мәктәпкәсә учреждение алдында торған алдынғы бурыстарҙың береһе.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA