Ирек Ялалов Ағиҙел йылғаһының яр буйын төҙөү барышы менән танышты

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Ағиҙел йылғаһы ярын нығытыу ҡоролмаларын төҙөү барышы менән танышты.

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Ирек Ялалов Ағиҙел йылғаһы ярын нығытыу ҡоролмаларын төҙөү барышы менән танышты. Бөгөнгө көндә гидротехник ҡоролма участыгы «Юность» спорткомплексынан автомобиль күперенә тиклем әҙер, бында төҙөкләндереү буйынса эштәр алып барыла: бәләкәй архитектура формалары урынлаштырыла, йәшелләндереү эштәре башҡарыла.

Эш сәфәре барышында әйтеп китеүенсә, объектта 300 самаһы кеше эшләй. Төҙөлөш эштәре графиктан алда бара.

Иҫегеҙгә төшөрөп китәбеҙ, Салауат Юлаев һәйкәленән «Юность» бассейнына тиклемге гидротехник ҡоролмаларҙың беренсе сираты һәм 1,2 саҡрымдағы автомобиль юлы 2014 һәм 2015 йылдарҙа файҙаланыуға тапшырылды. Был арауыҡта ландшафт дизайны эшләнгән, балалар өсөн ял итеү комлексы һәм йәйге кафе булдырылған. Был, иһә, асыҡ һауа аҫтындағы шоу-рум.

Быйыл ярҙы нығытыу инженер ҡоролмаларын төҙөүҙең икенсе сиратының беренсе этабы тамамланды.

Был ҡала өсөн әһәмиәтле объект республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейена бағышланған төҙөлөштәр исемлегенә индерелгән.

Муниципалитет башлығы Ирек Ялалов гидротехник ҡоролмаларҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, төҙөлөш сифатын һәм был проекттың үҙенсәлектәрен баһаланы.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA