15 сентябрҙә Өфөлә бал фестивале үтәсәк

2018 йылдың 15 сентябрендә Башҡортостандың баш ҡалаһында бал фестивале үтәсәк. Республиканың умартасылары иң яҡшы бал сорттарын Спорт һарайы алдындағы йәрминкә майҙансығында тәҡдим итәсәк (Р.Зорге урам, 41). 

2018 йылдың 15 сентябрендә Башҡортостандың баш ҡалаһында бал фестивале үтәсәк. Республиканың умартасылары иң яҡшы бал сорттарын Спорт һарайы алдындағы йәрминкә майҙансығында тәҡдим итәсәк (Р.Зорге урам, 41). 

Сараның төп маҡсаттарның береһе булып башҡорт балы брендын үҫтереү һәм Өфө ҡалаһы халҡына урындағы етештереүселәрҙең сифатлы продукцияһын һатып алыу мөмкинселеген биреү. 

Шулай уҡ йәрминкә барышында умартасылар араһында төрлө конкурстар уҙғарыласаҡ. Сара барышында «Иң яҡшы биҙәлгән тирмә (сатыр)», «Иң яҡшы биҙәлгән сауҙа нөктәһе», «Умартасылыҡ продукцияһының киң ассортименты», «Ғаилә умартасылар династиялары» (3 кеше кәм булмаған), «Иң йәш умартасы» номинацияларында еңеүселәр билдәләнәсәк. 

Фестивалдә ҡатнашыуға республиканың умартасылары һәм бал һатыусы сауҙа предприятиелары саҡырыла. Бының өсөн 13 сентябргә тиклем Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең Эшҡыуарлыҡ, ҡулланыусылар баҙары һәм туризм буйынса идаралығының электрон адесына заявка ебәрергә кәрәк upr@ufacity.info. 

Фестиваль иртәнге сәғәт 10-дан киске сәғәт 5-кә тиклем уҙғарыла. Рәсми асыу тантанаһы сәғәт 11-ҙә буласаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA