Өфө халыҡ-ара марафонында 3,6 меңдән ашыу кеше ҡатнашты

2018 йылдың 2 сентябрендә республикабыҙҙың баш ҡалаһында дүртенсе тапҡыр Өфө халыҡ-ара марафоны уҙҙы.

2018 йылдың 2 сентябрендә республикабыҙҙың баш ҡалаһында дүртенсе тапҡыр Өфө халыҡ-ара марафоны уҙҙы.

Быйыл сарала 16 илдән һәм 200 ҡаланан 3,6 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Программала 3, 10, 21,1 һәм 42,2 саҡрымлыҡ арауыҡтар, шулай уҡ 4*10 саҡрымлыҡ эстафета һәм хендбайкерҙар – һаулыҡ мөмкинлектәре сикле спортсылар ярышы ҡаралғайны.

Йүгереү маршруттары ҡаланың иҫтәлекле урындарынан үтте – Салауат Юлаев һәйкәле, Конгресс-холл, «Ете ҡыҙ» фонтаны, «Өфө-Арена» боҙ һарайы һәм Мостай Кәрим һәйкәле. Йүгереү старттары «Динамо» стадионы эргәһәндә, ә финиш ҡапҡалары стадиондың асыҡ майҙансығында ҡуйылған ине. Бында инде көн дауамында төрлө программалар уҙҙы.

Бөтә ҡатнашыусыларҙы һәм сара ҡунаҡтарын Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов сәләмләне.

- Сираттағы марафон рекордын ҡуйырға бөгөн дүрт меңгә яҡын кешенең мөмкинселеге бар. Йылдан-йыл Өфө марафонының абруйы һәм иң мөһиме унда ҡатнашыусылар һаны арта. Бөтә ҡатнашыусыларға үҙҙәренең дистанцияларын йүгереп сығарға һәм үҙҙәренең күрһәткестәрен яҡшыртырға яҙһын. Һәммәгеҙгә шатлыҡ, таҙалыҡ, уңыштар теләйем!

Марафонда бөтә йәштәге спортсылар ҡатнаша ала. Ҡатнашыусылар араһында йәш һәм өлкән йәштәге йүгереүселәр ҙә бар. Быйыл, иһә, йүгереүселәр араһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та булды. Ул «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фонды ойошторған #бегупомогу акцияһы барышында 3 саҡрым арауыҡты йүгереп үтте.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA