Һыу ингәндә һаҡ булығыҙ!

Йәйҙең иң матур сағында халыҡ һыу буйына ағыла. Тик ял иткән мәлдә лә уяу булырға кәрәк.
Һыу ингәндә һаҡ булығыҙ!
Йәйҙең иң матур сағында халыҡ һыу буйына ағыла. Тик ял иткән мәлдә лә уяу булырға кәрәк. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: - тик рөхсәт ителгән ерҙәрҙә генә һыу инергә мөмкин; - таныш булмаған урындарҙа сумырға ярамай – һыу төбөндә батҡан бағаналар, таштар, лапылар һәм башҡа нәмәләр ятыуы ихтимал; - тын тултырылған йөҙөү сараларында ярҙан алыҫ китмәгеҙ – улар төҙөк булмаҫҡа мөмкин, ә был хатта яҡшы йөҙә белгән кешеләр өсөн дә ҡурҡыныслы; - кәмәләргә йәбешергә, навигация ҡорамалдарына: бакендарға, буйкаларға һәм башҡаларға менергә ярамай; - үтеп барған караптарға йөҙөп килергә, йөҙөргә яраған зоналарҙы сикләүсе буйкалар-ҙың аръяғына йөҙөп китергә һәм фарватерға сығырға ярамай; - дауыллы көндө йәки ярға көслө тулҡын бәрелгән урындарҙа һыу инергә ярамай; - әгәр көслө ағымға эләкһәгеҙ, ағымға ҡаршы йөҙөргә маташмағыҙ. Был осраҡта ағым ыңғайына һәм әкренләп ярға ыңғайлап йөҙөргә кәрәк; - әгәр һыу өйөрмәһенә эләкһәгеҙ, күберәк итеп һауа һулап алығыҙ ҙа сумып, ҡапыл ғына унан ситкә боролорға тырышығыҙ; - ауырып йәки хәлһеҙләнеп торғанда, тән температурағыҙ күтәренке булғанда, киҫкен инфекцион сир менән ауырығанда һыу инергә ярамай; - әгәр мускулдарығыҙҙы көҙән йыйырһа, арҡағыҙға ятығыҙ һәм ярға йөҙөгөҙ, шуның менән бергә тартышҡан мускулдарҙы ыуырға тырышығыҙ. Ярҙамға саҡырырға оялмағыҙ; - ялған шау-шыу күтәрергә ярамай; - спиртлы эсемлек эскән килеш һыуға яҡын бара күрмәгеҙ – эҫе йәй йылға-күлдәрҙәге байтаҡ фажиғә тап ошо сәбәпле теркәлә. Һыу инеү – күңел асыу ғына түгел, ә һәр беребеҙҙән яуаплылыҡ та талап итә. Әммә сәләмәтлегебеҙгә уның файҙаһы бихисап: һыу тән тиреһе аша үтеп, нервы системаһына ыңғай йоғонто яһай, ҡан әйләнешен, организмда матдәләр алмашыныу процесын яҡшырта. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, рәхәтләнеп һыу инегеҙ, сәләмәтлегегеҙҙе яҡшыртығыҙ, тик хәүефһеҙлек саралары тураһында ғына онота күрмәгеҙ!
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA