Өфө спортсылары Иерусалимда үтәсәк Халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашырға әҙерләнә

2018 йылдың 30 июлендә Израилдең Иерусалим ҡалаһында 52-се Халыҡ-ара балалар уйындары башланасаҡ. Был уйындарҙа 1500 бала һәм 4 меңдән ашыу тамашасы көйәрмән ҡатнашасаҡ.

2018 йылдың 30 июлендә Израилдең Иерусалим ҡалаһында 52-се Халыҡ-ара балалар уйындары башланасаҡ. Был уйындарҙа 1500 бала һәм 4 меңдән ашыу тамашасы көйәрмән ҡатнашасаҡ.

Ярыштар 9 спорт төрө буйынса уҙғарыласаҡ: еңел атлетика, стритбол, баскетбол, фехтование, футбол, дзюдо, йөҙөү, теннис, волейбол.

Ғәҙәттәгесә, уйындарҙа беҙҙең ҡалабыҙҙың йыйылма командаһы ҡатнашасаҡ. Өфө командаһы 13 спортсынан тора: 3 дзюдоист, 4 еңел атлет, 6 фехтовальщик.

Сәфәр алдынан, 20 июлдә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә Өфө делегация етәкселеге тренерҙар, спортсылар һәм уларҙың ата-әсәләре менән осрашты, ойоштороу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов, Физик культура һәм спорт буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Сергей Степанов һәм Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты ағзаһы Андрей Кривошеев Башҡортостан баш ҡалаһының ярыштарҙа ҡатнашыу тарыхы менән таныштырҙы һәм ата-әсәләрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.

- Күбегеҙ өсөн был уйындарҙа ҡатнашыу беренсе етди халыҡ-ара старты буласаҡ, – спортсыларға мөрәжәғәт итте Рөстәм Ғәзизов. – Шулай уҡ Халыҡ-ара балалар уйындарының иң мөһим маҡсаты бөтә донъя балалар араһында дуҫтарса мөнәсәбәт урынлаштырыу. Ярыштарҙан һуң һеҙ, яҡшы һөҙөмтәләрҙән тыш, күп ыңғай тәьҫораттар алырһыҙ һәм төрлө илдәрҙән дуҫтар табырһыҙ тип ышынам.

Әйтеп үтәргә кәрәк, 2013 йылда Өфөлә ҡышҡы Халыҡ-ара балалар уйындары үткән ине. 2019 йылда тағы ла Өфө Халыҡ-ара балалар уйындарын ҡабул итәсәк, был юлы – йәйге уйындарҙы. Ярыштарҙа 35 илдең 90 ҡалаһынан 1500 спортсылар ҡатнаша тип көтөлә.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA