Өфөлә торлаҡ хужалығы өлкәһендә профессиональ оҫталыҡ конкурсы башланды

19 июлдә Михайловка ауылында Башҡорт агросәнәғәт колледжы нигеҙендә «Торлаҡ хужалығы өлкәһендә иң яҡшы һөнәрмән» конкурсының ҡала этабы башланды.  

19 июлдә Михайловка ауылында Башҡорт агросәнәғәт колледжы нигеҙендә «Торлаҡ хужалығы өлкәһендә иң яҡшы һөнәрмән» конкурсының ҡала этабы башланды.  

Конкурс етенсе йыл уҙғарыла һәм ошо осор эсендә матур йолаға әүерелде. Ул хеҙмәткәрҙәрҙең  профессиональ оҫталыҡтарын арттырыу, һәләтле белгестәрҙе асыҡлау, торлаҡ фондын  тейешле кимәлдә ҡарау сифатын яҡшыртыу өсөн ойошторола.

Еңеүселәр ете номинацияла - дворниктар, тракторсылар, слесарь-сантехниктар, иретеп йәбештереүселәр, электриктар, балта оҫталары һәм ҡыйыҡ ремонтлаусылар араһында билдәләнәсәк.

Бөгөн конкурстың район этабында еңеү яулаған тракторсылар үҙҙәренең оҫталығын һәм тәжрибәләрен күрһәтте. Тәүҙә жюри ағзалары уларҙың юл ҡағиҙәләрен һәм машиналарҙы хәүефһеҙ файҙаланыу буйынса белемдәрен тикшерҙе. Һуңынан,  тракторсыларҙың махсус эш кейемдәренең, уларҙың документтарының һәм инструменттарының хәүефһеҙлек техникаһы һәм хеҙмәт һаҡлау талаптарына тап килеүен ҡараны.

Ярыштың практик өлөшөндә конкурсанттар ваҡыт, теүәллек һәм йыйнаҡлыҡҡа төрлө шарттар үтәне.

Жюри ағзаларына еңеүселәрҙе асыҡлау еңел булманы. Һөҙөмтәлә, беренсе урынды Хәниф Искәндәров яуланы (Дим районының Торлаҡ хужалығы идаралығы), икенсе урын – Шәйхетдин Ҡарабаев (Октябрь районының «Сипайлово» Торлаҡ хужалығы идаралығы), өсөнсө урын – Хәлил Мусифуллин (Совет районының Торлаҡ хужалығы идаралығы).

Бөгөнгө еңеүсе Хәниф Рәжәп улы 13 йылдан ашыу тракторсы булып эшләй. Уҙған йылда республика этап конкурсында иң яҡшы тракторсы исемен яулай. Быйыл шулай уҡ иң яҡшы тракторсы исемен яулаясаҡмын тигән ышаныс менән конкурста ҡатнаша.

Ҡала этабы конкурсының еңеүселәре 27 июлдә Ҡала мәҙәниәт һарайында бүләкләнәсәк.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA