Өфөлә «Транспорт һәм элемтә» предприятиелары өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙасаҡ

26 июлдә Өфө ҡалаһының Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә «Транспорт һәм элемтә» предприятиялары өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙғарыла.

Йәрминкәлә төрлө вакансиялар тәҡдим ителәсәк: машина йөрөтөүсе, кондуктор, автомобилдәрҙе ремонтлаусы, механик, манипулятор, бульдозер, автогрейдер, экскаватор машинистары, тракторсы һәм башҡалар.

Йәрминкәгә килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге булған бөтә дәүләт хеҙмәте спектры, профессиональ ориентация буйынса компьютер диагностикаһы һәм консультациялар, профессиональ белем биреү, мәшғүллек мәсьәләләрҙең хоҡуҡи нигеҙҙәре тәҡдим ителәсәк,.

Үткәреү урыны һәм ваҡыты: Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1, сәғәт 10.00-дан 12.00-гә тиклем.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA