Орджоникидзе районында йорттарҙы капиталь ремонтлау дауам итә

2018 йылда Орджоникидзе районында Республика капиталь ремонт программаһын тормошҡа ашырыуҙың ҡыҫҡа ваҡытлы планына ярашлы 101 йортто ремонтлау ҡаралған.
2018 йылда Орджоникидзе районында Республика капиталь ремонт программаһын тормошҡа ашырыуҙың ҡыҫҡа ваҡытлы планына ярашлы 101 йортто ремонтлау ҡаралған. Шун уңайҙан 27 йортта фасад ремонты, 3 йортта фасадты йылытып ремонтлау, 53 йортта – ҡыйыҡ ремонты, 2 йортта – ҡыйыҡты яңынан ябыу, 21 йортта һыу менән тәьмин итеү һәм һыу үткәреү системаларын, бер йортта йылылыҡ менән тәьми итеүҙе, 19 йортта – электр энергияһы менән тәьмин итеү системаһын, 3 йортта – газ менән тәьмин итеүҙе ремонтлау, 1 йортта - сарлаҡ таяуҙарын йылытыу һәм 4 йортта лифт ҡорамалдарын алмаштырыу үткәреләсәк. Был йорттарҙың араһынан етеһендә фасад һәм ҡыйыҡ капиталь ремонты «Тимашево юл үткәргесе» асылыуы айҡанлы планлаштырылған. Шулай уҡ 2019 йылда Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреүгә бәйле планға 13 йорт индерелгән, уларҙың 13-дә – фасад ремонты һәм 8-дә – ҡыйыҡ ремонты башҡарыласаҡ. Заказ биреүсе булып «Башҡортостан Республикаһы Төбәк операторы» фонды тора. Бөгөнгө көндә: - 17 йортта ҡыйыҡ ремонтлау буйынса эштәр бара, 14 йортта эштәр тамам, 7 йорт тапшырылған (план буйынса – 51) ; - 19 торлаҡ йортонда фасадтар ремонтлана, 3 йорт әҙер (план буйынса – 30); - 5 йортта һыу менән тәьмин итеү һәм һыу үткәреү системаларын ремонтлау башҡарыла, 9 йортта эштәр тамамланған, 6 йорт тапшырылған (план буйынса – 21); - 9 йортта электр энергияһы менән тәьмин итеү системаһын ремонтлау буйынса эштәр бара, 3 йортта ремонт башҡарылған, 2 йорт тапшырылған (план буйынса – 19); - сарлаҡ таяуҙарын йылытыу буйынса эштәр бер йортта тамамланған, сиратта – тағы ла бер йорт.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA