48-се башҡорт лицейы «Сәтәкәй» командаһы «Шаяниум-2018» отҡорҙар һәм шаяндар конкурсында I урын яуланы

21 мартта Ҡала мәҙәниәт-ял үҙәгендә «Шаяниум-2018» отҡорҙар һәм шаяндар конкурсы финалы уҙҙы. «Шаяниум»дың XVI миҙгелендә ярымфиналда билдәләнгән ҡала мәктәптәренән 7 команда көс һынашты.
Һуңғы уйында командалар жюри хөкөмөнә «Витзитка», «Биатлон», «СТЭМ» форматында ҡыҙыҡ-мәҙәктәр сығарҙы. Орджоникидзе районының 48-се Башҡорт лицейы «Сәтәкәй» командаһы, яңартылған ҡатнашыусылар составында ҡарамаҫтан, һынатманы – почётлы I урын яуланы. Балалар эстәлекле көләмәстәре, артислығы, еңеүгә булған ынтылыштары менән жюри ағзаларын таң ҡалдырҙы. Ә 4 класс уҡыусыһы Рөстәм Рәфғетдинов «Иң шәп егет» номинацияһында еңеүсе тик иғлан ителде. Гран-при Республика инженер лицей-интернатының «Башҡорттар.ru» командаһына эләкте. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA