Ҡала яңылыҡтары

25.01.2019

2019 йылда Өфөлә 1 600 подъезды төҙөкләндереү күҙаллана

Башҡортостан Республикаһында барлығы 50 000 подъезд иҫәпләнә, шуларҙың 26 000 төҙөкләндереүгә мохтаж. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бойороғона ярашлы, төбәктә подъездарҙы йүнәтеү эшен башҡарыу көтөлә.
25.01.2019

Өфөнөң коммуналь һәм торлаҡ хеҙмәттәре ҡала юлдарын ҡарҙан көсәйтелгән режимда таҙарталар

Ҡала хеҙмәттәре һауа шарттарының үҙгәреүенә тиҙ арала иғтибар итә. Төндә ҡарҙан таҙартыу өсөн 293 берәмек техника йәлеп ителде.
24.01.2019

Сочи ҡалаһында Өлфәт Мостафиндың Александр Масляков менән осрашыуы үтте

Сочи ҡалаһында 30-сы «КИВИН-2019» халыҡ-ара КВН командалары фестивале уҙа. Ошо көндәрҙә Ҡышҡы театрҙа Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин «АМИК» телевизион ижат берләшмәһе генераль директоры Александр Масляков менән осрашты.
22.01.2019

Башҡортостан Республикаһы делегацияһы рәсми сәфәр менән Ҡазанда булды

22 ғинуарында Башҡортостан Республикаһы делегацияһы Ҡазан ҡалаһында булып китте. Сәфәр барышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Ҡазан мэры Илсур Метшин менән осрашты.
09.01.2019

Өфөнән Магнитогорск ҡалаһының зыян күргән балаларына Яңы йыл бүләктәрен ебәрҙеләр

2019 йылдың 9 ғинуарында Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы хакимиәте эшҡуарлыҡ берләшмәһе менән берлектә Магнитогорск ҡалаһының мохтаж булған 73 бала өсөн 8 посылка әҙерләп ебәрҙеләр.
06.01.2019

Өфө урамдарын ҡарҙан таҙартыу эштәре дауам итә

Ҡала хеҙмәттәре һауа шарттарының үҙгәреүенә тиҙ арала иғтибар итәләр. Бөгөн төндә урамдарҙы ҡарҙан таҙартырға 288 берәмек техника сыҡты.
04.01.2019

Өфөлә урам яҡтыртыу һәм юл хәрәкәте менән идарә итеү системалары үҫешә

2019 йылдың 4 ғинуарында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин эш сәфәре менән «Уфагорсвет» муниципаль электр селтәре предприятиеһында булды.
29.12.2018

Өфөлә яңы йыл каникулдары ваҡытында тематик экскурсиялар ойошторола

Яңы йыл каникулдары ваҡытында баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн экскурсиялар ойоштороласаҡ.
27.12.2018

Өлфәт Мостафин «Вся Уфа» продюсерлыҡ үҙәге менән танышты

27 декабрҙә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин «Вся Уфа» продюсерлыҡ үҙәгенә барҙы.
26.12.2018

Өлфәт Мостафин балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙе етеп килгән Яңы йыл менән ҡотланы

26 декабрҙә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Өфө махсус балалар йортоноң эше менән танышты, яңы йыл иртәһендә булды һәм балаларға бүләктәр тапшырҙы.
24.12.2018

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Ө.М. Мостафиндың ҡотлауы.
20.12.2018

Өфөлә Именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнөн билделәп үттеләр

20 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй Федераль Именлек Хеҙмәте Идараһында Рәсәй Федерацияһы Именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә бағышланған тантаналы йыйылыш булып үтте.

Календарь
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA