Ҡала яңылыҡтары

10.06.2022

Һыу инеү хәүефһеҙ булһын өсөн

Орджоникидзе районы

Махсус йыһазландырылған урындарҙа ғына һыу инергә һәм ял итергә була. Һыу буйында таҙа ҡом, һыуға инеү өсөн уңайлы һөҙәк, ҡотҡарыусылар өсөн йыһазландырылған урын – былар барыһы ла һыу буйында хәүефһеҙ һәм уңайлы ял итеү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
09.06.2022

Өфөлә белем биреү ойошмаларына һәм спорт объекттарына алып барған юлдарҙы төҙөкләндерәләр

Төҙөкләндереү миҙгеле аҙағына мәктәптәргә, балалар баҡсаларына һәм спорт объекттарына алып барған ете саҡрым самаһы участкалары төҙөкләндереләсәк.
09.06.2022

Орджоникидзе районында биләмәләрҙе таҙартыу дауам итә

Орджоникидзе районы

«Орджоникидзе районын төҙөкләндереү буйынса хеҙмәт» эшселәре автобус туҡталыштарын һәм дөйөм ҡулланышта булған биләмәләрҙе йыйыштыра, үлән саба һәм дә махсус техника ярҙамында юлдарҙы таҙарталар.
07.06.2022

Китапхана уҡыусыларҙы үҙендә йыйҙы

Калинин районы

33-сө китапханала йыйылған мәктәп лагеренә йөрөүсе балалар бөйөк шағир А.С. Пушкиндың ижадына тормош юлына арналған әкиәт квизында ҡатнашты.
06.06.2022

Балаларға янғын хәүефһеҙлеге хаҡында

Калинин районы

Йәйге каникул көндәрендә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн балалар араһында аңлатыу эштәре башланды.
06.06.2022

Июндә нисек ял итәбеҙ?

Орджоникидзе районы

Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 11- 13 июндә рәсәйҙәрҙе, шул иҫәптән Башҡортостанда йәшәүселәрҙе сираттағы оҙайлы ялдар көтә.
02.06.2022

Өфөнән дүрт йәшлек Алмас Валиев Гран-При яуланы

Ленин районы

Баш ҡалабыҙҙың М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында "Һаумы, һаумы, әкиәт!" ҡала конкурсының еңеүселәрен тәбрикләнеләр. Быйыл 13-сө тапҡыр үткән конкурс йыл да донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләгән балаларҙы бер майҙанға туплай. Әкиәттәрҙе яңғыҙ һөйләүсел...
01.06.2022

«Юлдаш» радиоһы хеҙмәткәрҙәре Совет районының уҡыусыларына байрам ойошторҙо

Совет районы

Тағы ла бер йылды тамамлап, Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусылары байрамға йыйылды. Бөгөн гимназияла «Ҡурай» исемле йәйге лагер эшләй башланы.
01.06.2022

Халыҡ-ара балалар көнө

Калинин районы

Йәйҙең беренсе көнөн Калинин районы халҡы, уның ҡунаҡтары, кескәйҙәре "Беренсе май" исемендәге Мәҙәниәт һәм ял паркыында ҡаршы алды.
01.06.2022

«Һаумы, һаумы, әкиәт!»

Дим районы

2022 йылдың 30 майында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 13-сө тапҡыр ҡала кимәлендә үткәрелгән «Һаумы, һаумы, әкиәт!» конкурсының Гала-концерты үтте. Халыҡ ижадын һөйөүсе ҡыҙҙар-малайҙар тәүҙә бәйгенең район этаптарында көс һынашһа, артабан ҡала конкурсында...

Календарь
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA