Өфө ҡалаһы «Ер сәғәте» халыҡ-ара акцияһына ҡушылды

27 мартта Өфө ҡалаһы киске 9-сы яртынан 10-сы яртыға тиклем үткәрелгән «Ер сәғәте» халыҡ-ара акцияһына ҡушылды. Ул йыл һайын март айының һуңғы шәмбеһендә үткәрелә.

27 мартта Өфө ҡалаһы киске 9-сы яртынан 10-сы яртыға тиклем үткәрелгән «Ер сәғәте» халыҡ-ара акцияһына ҡушылды. Ул йыл һайын март айының һуңғы шәмбеһендә үткәрелә. Акция сиктәрендә бер сәғәткә утты һәм төп архитектура ҡомартҡыларын яҡтыртыу ҡоролмаларын һүндереп торҙолар. Урамдарҙы һәм йәмәғәт киңлектәрен тышҡы яҡтан яҡтыртыу, аэронавигация уттары һәм технологик йыһаздар, светофорҙар хәүефһеҙлек маҡсатында штат режимында эшләне.

Шулай уҡ акцияны хуплап өфөлөләр фонариктар менән уҙыш үткәрҙеләр. Улар киске 9-сы яртыла «Ҡаруанһарай» майҙанынан башлап өс киломертлыҡ араны уҙҙылар.

Акцияның маҡсаты – экология проблемаларға иғтибар йәлеп итеү, тәбиғи ресурстарҙы һәм тирә-яҡты һаҡлау.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA