Өфөлә ҡала биләмәләрен санитар таҙартыу буйынса өмәлә 12 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан

13 мартта Өфөлә ҡала биләмәләрен санитар таҙартыу буйынса өмә булды. Унда 12 744 кеше ҡатнашты һәм 615 берәмек техника йәлеп ителде.

13 мартта Өфөлә ҡала биләмәләрен санитар таҙартыу буйынса өмә булды. Унда 12 744 кеше ҡатнашты һәм 615 берәмек техника йәлеп ителде.

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙән тыш, беркетелгән биләмәләрҙе таҙартыуға сәнәғәт предприятиелары, сауҙа ойошмалары, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте, спорт, һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү һәм сауҙа учреждениелары хеҙмәткәрҙәре ла ҡушылды. Өмәлә шулай уҡ Өфөнөң район хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты.

Төп эштәрҙең береһе – ул урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу һәм уны сығарыу. Коммуналь хеҙмәттәрҙең иғтибары тротуарҙарҙы, йәйәүлеләр зоналарын, ишек алдарын һәм өй баштарын  таҙартыуға йүнәлтелде.

Өмә һөҙөмтәләре буйынса ҡала биләмәләренән 7 800 кубометр ҡар һәм 423 кубометр сүп-сар сығарылған.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA