Өфөлә белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре араһында «Саңғы ярыша фестивале – 2021» үтте

13 мартта Гастелло исемендәге паркта белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре араһында «Саңғы ярыша фестивале – 2021» үтте.

13 мартта Гастелло исемендәге паркта белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре араһында «Саңғы ярыша фестивале – 2021» үтте. Уның маҡсаты булып мәғариф учреждениелары коллективтарында физик культураны, спортты һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу, хеҙмәткәрҙәрҙең ялын ойоштороу һәм профсоюз спорт йолаларын һаҡлау һәм арттырыу тора.

Фестивалде асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы рәйесе Гүзәл Мирошниченко, Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова,  Рәсәй халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Светлана Пронина ҡатнаштылар.

Ярыштарҙа мәғариф идаралары һәм бүлектәре етәкселәре, мәғариф ойошмалары етәкселәре, педагогтар һәм уларҙың ғаиләләре ҡатнашты.

– Саңғы ярыша фестивален беҙ йыл һайын үткәрәбеҙ. Бөгөн бында баш ҡаланың ете районынан уҡытыусылар ҡатнаша. Иң мөһиме еңеү түгел, ә ҡатнашыу. Сөнки һеҙҙең еңеүҙәрегеҙ – ул белем биреү ойошмаларында көндәлек хеҙмәтегеҙ, – тине Алина Сөләймәнова. – 2021 йыл Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителде. Сәләмәт йәшәү рәүеше гел генә күп энергия һәм яҡшы кәйеф бирә.

Ярыштар программаһына ғаилә эстафеталары, төрлө төркөмдәрҙә ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында саңғы ярыштары индерелгән ине.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр һәм призерҙар приздар һәм грамоталар менән бүләкләнәсәк.

Фестиваль, ғәҙәттәгесә, Рәсәй халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан Республикаһы ойошмаһы һәм Өфө ҡалаһы Хакимиәте ярҙамында уҙғарыла.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA