Өфөлә грипп һәм киҫкен респиратор сирҙәр буйынса «ҡыҙыу элемтә» асылды

Башҡортостан республикаһының Роспотребнадзор идаралығы грипп һәм  киҫкен респиратор сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса «ҡыҙыу элемтә» ойошторҙо.

Белгестәр грипп һәм уның эҙемтәләре, йәмәғәт һәм шәхси профилактик саралары тураһында, ата-әсәгә киҙеү эпидемияһы осоронда баланы сирҙән аралау буйынса тәҡдимдәр бирергә әҙер.

8-800-700-90-30 һандар буйынса иртәнге 10-дан 16 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итергә була. «Ҡыҙыу элемтә» 12 октябргә тиклем эшләй.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA