Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре!

Йыл һайын 25 мартта илебеҙҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө – мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең, ижади һөнәр эйәләренең, мәҙәни мираҫты һаҡлаусылар һәм популярлаштырыусыларҙың һөнәри байрамы билдәләп үтелә.

Өфөлә уникаль мәҙәни киңлек барлыҡҡа килде, уның нигеҙендә республиканың күп милләтле халҡының тарихи мираҫы һалынған. Башҡорт ере талантлы кешеләргә бай, беҙ һәр ваҡыт актерҙар, яҙыусылар, музыканттар, режиссерҙар, рәссамдар һәм башҡа мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән ғорурланабыҙ.

Бөгөн баш ҡаланың профессиональ һәм үҙешмәкәр ижад коллективтары Рәсәйҙә генә түгел, ә донъя кимәлендә лә билдәле. Уларҙың оҫталығы һәм теләге менән кешеләргә шатлыҡ хисе тыуҙырыла, ҡала  саралары оҙаҡҡа хәтерҙә ҡала һәм халыҡҡа байрамдың тылсымлы мөхитен бүләк итә.

Һеҙгә һөҙөмтәле һәм кешеләргә кәрәкле хеҙмәтегеҙ, һөнәри бурысҡа тоғролоғоғоҙ, даими ижади эҙләнеүҙәрегеҙ, кешелеклелегеҙ, ҡалабыҙҙың мәҙәни традицияларын һаҡларға һәм үҫтерергә әҙерлегегеҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Һөнәри байрамығыҙ – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!

Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек, илһам һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ ижади ҡеүәт теләйбеҙ!

 

Башҡортостан Республикаһының

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы                         Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA