Өфө ҡалаһы тарихы музейы дуҫтарын йыйҙы

28 ғинуарҙа Өфө ҡалаһы тарихы музейында учреждениены асырға һәм уны тулыландырырға ярҙам иткән өфөлөләрҙе тәбрикләнеләр.

28 ғинуарҙа Өфө ҡалаһы тарихы музейында учреждениены асырға һәм уны тулыландырырға ярҙам иткән өфөлөләрҙе тәбрикләнеләр.

Тантаналы сарала Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова һәм ҡала Хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы етәксеһе Шамил Абдраҡов музей эшен үҫтереүгә өлөш индергән ҡунаҡтарға рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Үткән йылда Өфө ҡалаһы тарихы музейының асылыуы баш ҡала мәҙәни тормошоноң төп ҡаҙаныштарының береһе булды, тип билдәләп үтте Алина Сөләймәнова.

Музей асылыуынан алып - 2019 йылдың 13 сентяберенән, унда 9 000 ашыу кеше ҡала тарихы менән танышты.

Музейҙа архив материалдары һәм экспонаттар йыйыу буйынса күләмле эш атҡарылды. Өфөлөләр музей фондына 3 000 яҡын экпонаттар тапшырған.
 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA