27.01.2020
2625
30 ғинуар Каруанһарай майҙанында «Еңеүгә тиклем 100 көн» стелаһын асыу тантанаһы үтәсәк.
Был көн осраҡлы һайланмаған. Тап был көндән алып Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын тантана итеүгә 100 көн ҡалыуы тураһында иҫәп башлана.
Асыу сараһында Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандары, патриотик клуб һәм йәмәғәт берләшмәләре тәрбиәләнеүселәре һәм башҡа почетлы ҡунаҡтар ҡатнашасаҡ. Тантанала «Арғымак» төркөмө сығыш яһаясаҡ.
Өфөлөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған сарала ҡатнашырға саҡырабыҙ. Башлана сәғәт 17.00.