Өлфәт Мостафин 9-сы һанлы балалар музыка мәктәбенең төҙөлөш барышын тикшерҙе

24 ғинуарҙа Өлфәт Мостафин эш сәфәре сиктәрендә Затон биҫтәһендә урынлашҡан Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы һанлы балалар музыка мәктәбенең төҙөлөш барышын тикшерҙе.

24 ғинуарҙа Өлфәт Мостафин эш сәфәре сиктәрендә Затон биҫтәһендә урынлашҡан Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы һанлы балалар музыка мәктәбенең төҙөлөш барышын тикшерҙе.

Подрядчик вәкилдәре әйтеүҙәренсә, эске эштәр февраль башында, ә фасад эштәре февраль уртаһында тамамланасаҡ.

Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин бинаның тейешенсә һыу һәм электр менән тәьмин ителеүе, кабинеттарҙы мебель һәм башҡа ҡоролмалар менән йыһазландырыу, медицина кабинеты һәм уңайлы мөхит булдырыу кеүек мәсьәләләрҙең хәл ителеүе менән ҡыҙыҡһынды.

- Балаларҙың һаны йылдан йыл арта. Бина сафҡа индерелгәндән һуң музыка мәктәбендә балалар ике корпуста ла уҡыясаҡ. Объекттың әҙерлек дәрәжәһе юғары. Асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөлөп, мәктәп март айының башында асылырға тейеш тигән бурыс ҡуям, - тип билдәләп үтте Өлфәт Мостафин.

Музыка мәктәбе директоры Әхиәт Ғәйетбаев әйтеүенсә, бина «Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына 100 объект» программаһы сиктәрендә төҙөлә. Һәм унда 400 яҡын бала уҡытыу планлаштырыла.

Билдәләп үтәбеҙ, 9-сы балалар музыка мәктәбе йәш өфөлөләрҙе музыка башҡарыу оҫталығының нигеҙҙәренә һәм сәнғәтенә 1966 йылдан алып өйрәтә. Әлеге мәлдә музыка мәктәбендә 295 тирәһе уҡыусы 16 белем биреү программаһы буйынса уҡый. Балалар менән 40 уҡытыусы эшләй. Мәктәптә өс хор, халыҡ инструменттары оркестры эшләп килә һәм скрипка класы үҫешә.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA