Өфө Хакимиәтендә граждандарҙы күсмә ҡабул иттеләр

22 ғинуар Өфө Хакимиәтендә республиканың министрлыҡ һәм ведомство белгестәре граждандарҙы күсмә рәүештә ҡабул итте.

22 ғинуар Өфө Хакимиәтендә республиканың министрлыҡ һәм ведомство белгестәре граждандарҙы күсмә рәүештә ҡабул итте.

Граждандарға юридик ярҙам күрһәтеү маҡсаты менән Башҡортостан Республикаһы юстиция эштәре буйынса Дәүләт комитеты, Дәүләт ҡаҙна учреждениеһының «Башҡортостан Республикаһының Дәүләт юридик бюроһы», Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса Башҡортостан Республикаһының дәүләт комитеты, Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге, Пенсия фондының Октябрь райондағы идаралығы, Октябрь һәм Калинин райондарының «Ғаилә» ресурс үҙәге белгестәре шәхси һорауҙарға яуап бирҙе.

Ҡабул итеү барышында мөрәжәғәт итеүселәрҙе төрлө йүнәлештәге һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы. Атап әйткәндә, ҡала халҡын ер-мөлкәт, социаль өлкәһендәге һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы.  

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA