«Перезагрузка: хәүефһеҙ юлдар 2.0» ҡала акцияһына йомғаҡ яһалды

14 ғинуар муниципалитетта Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова етәкселеге аҫтында «Перезагрузка: хәүефһеҙ юлдар 2.0» ҡала акцияһы тамамланыуы айҡанлы тантаналы сара үтте.

14 ғинуар муниципалитетта Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова етәкселеге аҫтында «Перезагрузка: хәүефһеҙ юлдар 2.0» ҡала акцияһы тамамланыуы айҡанлы тантаналы сара үтте.

Сарала Өфө Хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова, Рәсәй Эске эштәр министрлығы идаралығының Өфө ҡалаһы буйынса юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса дәүләт инспекцияһы бүлегенең пропаганда бүлеге начальнигы Илдар Ихсанов, район мәғариф бүлеге етәкселеге, ата-әсәләр һәм педагогтар ҡатнашты.

Тантанала ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләп, Алина Сөләймәнова, юл ҡағиҙәләрен үтәү мөһимлеге темаһы киң мәғлүмәт сараларында күп яҡтыртылып, балалар ҡатнашлығында юл фажиғәләр осраҡтарын кәметеүгә булышлыҡ итте, тип билдәләп үтте.

- Автоинспекция хеҙмәткәрҙәренә, ата-әсәләргә, уҡытыусыларға әүҙемлек һәм балаларҙың битараф ҡалмағандары өсөн рәхмәт белдерәм, –  тине ул.

- Иң мөһиме, акцияла ҡатнашыусылар ҡағиҙәләр тураһында белемен байытты һәм башҡалар менән дә уртаҡлаштылар, - тигән уй белдерҙе Илдар Ихсанов.

Билдәләп үтәйек, «Перезагрузка: хәүефһеҙ юлдар 2.0» ҡала акцияһы 18 ноябрҙә эшен башланы.

Акция сиктәрендә социаль селтәрҙәрҙә 175 марафон үтте, шулай уҡ флешмоб, КВН уйындары, һүрәт һәм компьютер технологияһы буйынса конкурстар уҙҙы. Бынан тыш, юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында 2 000 ашыу класс сәғәттәре, әңгәмәләр, асыҡ дәрестәр ойошторолдо.

«Йәш йәйәүлеләр» рейдында Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса Идаралығы хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге һәм ҡаланың йәш хәрәкәт инспекторҙары отрядтары ҡатнашты.

Билдәләп үтәйек, «Хәүефһеҙ юлдар 2.0» ҡала акцияһы «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» проектына инде.

Тантаналы сара аҙағында иң әүҙем ҡатнашыусылар иҫтәлекле дипломдар һәм тәмлекәстәр менән бүләкләнде.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA