Совет майҙанын капиталь төҙөкләндереү көтә

Өфөнөң тарихи үҙәгендәге Совет майҙанын Башҡортостан Республикаһының төп майҙаны итеп үҙгәртеү планлаштырыла.

Совет майҙанын капиталь төҙөкләндереү көтә

Өфөнөң тарихи үҙәгендәге Совет майҙанын Башҡортостан Республикаһының төп майҙаны итеп үҙгәртеү планлаштырыла.

Унда ҡаланың төп ижтимағи саралары уҙғарыласаҡ. Төҙөкләндереүҙең төрлө варианттары  ҡарала. Айырым алғанда, майҙан тирәләй урынлашҡан биналарҙың алғы яғын архитектур яҡтыртҡыстар менән төҙөкләндереү, фонтан төҙөү, Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы бинаһы янында тарихи трибуналарҙы тергеҙеү һәм яңы ҙур ағастар ултыртыу планлаштырыла.

Шулай уҡ майҙанда генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ.

Совет урамы буйынса яңы ут бағаналарын урынлаштырыу, ял итеү урындарын төҙөкләндереү һәм йәйәүлеләр зонаһын киңәйтеү менән проектланған.

Бынан тыш, Цюрупа урамында 500 машина урынына тиклем заманса парковка урынлаштырыу варианты ҡарала.

Иҫкәртеп үтәбеҙ, Совет майҙанында киң мәҙәни саралар үткәреү дауам итәсәк. Айырым алғанда, «Яҙғы бал» ҡала байрамы шул уҡ урында өфөлөләрҙе һөйөндөрөүҙе дауам итәсәк.

Майҙанды төҙөкләндереүҙең һуңғы проекты ҡала халҡының фекерен иҫәпкә алып раҫланасаҡ.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA