Нуғай шоссеһында тиҙлек режимын сәғәтенә 40 километрға тиклем сикләүсе юл билдәләре ҡуйылған

Юл ҡатламының туҙыуы һәм ҡайһы бер участкаларҙа колея барлыҡҡа килеү сәбәпле, Нуғай шоссеһында тиҙлек режимын сәғәтенә 40 һәм 60 километрға тиклем сикләүсе юл билдәләре ҡуйылған.

Юл ҡатламының туҙыуы һәм ҡайһы бер участкаларҙа колея барлыҡҡа килеү сәбәпле, Нуғай шоссеһында тиҙлек режимын сәғәтенә 40 һәм 60 километрға тиклем сикләүсе юл билдәләре ҡуйылған.

8 ноябрҙә Өфө ҡалаһы Хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан биш юл билдәһе урынлаштырыу буйынса эштәр башҡарылды.

Өфө ҡалаһы Хакимиәтенең Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе урынбаҫары Ғафур Ҡылызбаев билдәләп үтеүенсә, колея барлыҡҡа килеү ҡышҡы осорҙа юл-транспорт һәләкәттәренә килтерергә мөмкин.

- Юлдар һәм яһалма ҡоролмаларҙы төҙөү, ремонтлау идаралығы тарафынан конкурс процедуралары үткәрелде. Уға ярашлы Өфө-Нуғай трассаһынның ремонт подрядсыһы итеп «Башкиравтодор» билдәләнде. 2020-2021 йылдарҙа Нуғай юлында капиталь ремонт үткәреләсәк, - тип әйтте  Ғафур Ҡылызбаев.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA