Өлфәт Мостафин «Башҡортостандың тарихи биттәре» сараһында ҡатнашты

Өфөлә муниципаль берәмектәр араһындағы «Башҡортостандың тарихи биттәре» исемле республика фестиваль-марафоны дауам итә.

Өфөлә муниципаль берәмектәр араһындағы «Башҡортостандың тарихи биттәре» исемле республика фестиваль-марафоны дауам итә. 8 ноябрь көнө сара сиктәрендә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Саҡмағош районы сығыш яһаны. Тамашала Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин да ҡатнашты.

Сәхнәлә райондың иң яҡшы ижади коллективтары сығыш яһаны, фойела милли ризыҡтар, сувенирҙар, сәнәғәт ойошмалары тауарҙары күргәҙмәһе, райондың данлы үткәне һәм бөгөнгөһөнә арналған экспозиция тәҡдим ителде.

Сара аҙағында Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Ямалеев фестиваль-марафоны эстафетаһын Шаран районына тапшырҙы.

Фестиваль – марафон Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған һәм Республика Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA