Өфөлә Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

8 ноябрҙә муниципалитетта Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Өфө ҡалаһының Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге вәкилдәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

8 ноябрҙә муниципалитетта Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан Өфө ҡалаһының Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге вәкилдәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Уларҙы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов сәләмләне.

- Һеҙ халыҡ-ара һәм ҡала саралары ваҡытында йәмәғәт тәртибен тәьмин итәһегеҙ. Һеҙҙең коллектив - мәсьәләләрҙе үтәүгә йүнәлтелгән профессиональ команда. Еңел булмаған хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ, - тине Рөстәм Ғәзизов.

Өфө ҡалаһының Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡала Хакимиәтенең почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2012 йылдың декабрендә ҡаланың депутат корпусы инициативаһы буйынса халыҡ хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, урындағы әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм хоҡуҡ боҙоуҙы профилактикалау маҡсаты менән Өфө ҡалаһының йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге  булдырылды.

Учреждение хеҙмәткәрҙәре йәмәғәт тәртибен тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә. Улар  төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы асыҡлау, бәлиғ булмағандар араһында хоҡуҡ боҙоуҙы иҫкәртеү һәм башҡа бурыстар атҡара.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA