Ҡалала «Байрамса Өфө» конкурсы үтәсәк

Муниципалитетта яңы йыл тематикаһына арналған «Байрамса Өфө» конкурсы үтәсәк. Уның сиктәрендә ойошма һәм предприятиеларының тышҡы биналарын биҙәүҙәре баһалана.

Ҡалала «Байрамса Өфө» конкурсы үтәсәк

Муниципалитетта яңы йыл тематикаһына арналған «Байрамса Өфө» конкурсы үтәсәк. Уның сиктәрендә ойошма һәм предприятиеларының тышҡы биналарын биҙәүҙәре баһалана.

Билдәләп үтәбеҙ, конкурс ике этапта үткәрелә. 12 июндә конкурстың беренсе этабына йомғаҡ яһалды. Икенсе этабы яңы йыл тематикаһына арналған.

Сара ҡалала байрамса кәйеф булдырырға, етәкселәрҙең, эшҡыуарҙарҙың һәм өфөлөләрҙең ижади инициативаһын үҫтереүгә булышлыҡ итергә йүнәлтелгән.

Конкурста ҡатнашыр өсөн бөтә милек формаһындағы ойошмалар һәм учреждениелар, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, көнкүреш хеҙмәтләндереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте һәм сәнәғәте өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған учреждениелар һәм организациялар ҡатнашырға саҡырыла.

Еңеүселәр 4 номинацияла асыҡлана - иң яҡшы сәнәғәт объекттарын биҙәү, коммерция йүнәлештәге иң яҡшы биҙәлгән ҙур һәм бәләкәй объекттар, дәүләт һәм муниципаль учреждениеларының иң яҡшы биҙәлгән биналары.

Конкурстың шарттары менән тулыраҡ Положениела танышырға мөмкин.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA