Өфөлә Иосиф Кобзон һәм Андрей Дементьев иҫтәлегенә таҡтаташтар асылды

19 октябрҙә Башҡортостан республикаһының халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейын байрам итеү сиктәрендә Милли йәштәр театрында танылған Рәсәй шағиры Андрей Дементьев һәм СССР-ҙың халыҡ артисы Иосиф Кобзон иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташтар асыу тантанаһы үтте.

Сарала Иосифа Кобзондың ҡатыны Нелли Кобзон, Андрей Дементьевтың ҡатыны Анна Пугач-Дементьева, Әлфиә Кәримова, Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусыһы Тимербулат Кәримов һәм башҡа почетлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

Ҡунаҡтарҙы Нелли Кобзон сәләмләне һәм ике йыл элек тормош иптәше Иосиф Кобзон менән Башҡортостанға килеүе тураһында һөйләп үтте.

- Өфөлә өс сәғәтлек спектакль ҡарағандан һуң Иосиф Давыдовичты бер нисә йыр башҡарырға һоранылар. Уға шул хәтлем тамашасыларҙың ихласлығы, залдың атмосфераһы оҡшаны! Был ысынлап та уның һуңғы концерттарҙың береһе булған. Ул һәм мин Өфө ҡалаһынан, республиканан һәм кешеләренән шул тиклем ҡәнәғәтлелек менән ҡайттыҡ. Ғаиләбеҙгә шундай ҙур бүләк бүләк иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, - тине Нелли Кобзон.

Үҙ сиратында, Анна Пугач-Дементьева ла Милли йәштәр театрында тормош иптәшенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылыуына рәхмәтен белдерҙе.

- Бөгөнгө сара ул Мостайҙың оло мәҙәни даирәһенә тағы бер хәтирә, - тине Тимербулат Кәримов.

Тантана сәскәләр һалыу һәм Андрей Дементьевтың шиғырына Иосиф Кобзон башҡарыуындағы йыр менән тамамланды.
 
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA