Өфө тарихы музейы яңы экспонаттар менән тулыланды

2 октябрҙә Өфө тарихы музейында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шәхси әйберҙәрен музей фондына тапшырыу тантанаһы үтте.

2 октябрҙә Өфө тарихы музейында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шәхси әйберҙәрен музей фондына тапшырыу тантанаһы үтте.

Сарала Өфө ҡала Хакимиәте башлығының урынбаҫары Алина Сөләймәнова, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Галина Ишмөхәмәтова, Мостай Кәрим исемендәге 158-се һанлы гимназия уҡыусылары һәм башҡалар ҡатнашты.

Әлфиә Кәримова музейға арҙаҡлы шағирҙың шәхси әйберҙәрен - ручкаһын, дүрт шиғырҙан торған ҡулъяҙманы һәм сәғәтен тапшырҙы. Шулай уҡ фондҡа былтыр презентацияланған «Йәләлетдин атай» исемле китап һәм өҫтәл лампаһы күсте.

Әлфиә Кәримова музейҙың логотибы төшөрөлгән ҡулсатыр менән бүләкләнде.

- Был музей баш ҡаланың тарихи урамының береһендә асылыуына бик шатмын. Музей йәшәргә тейеш һәм кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырырға тейеш. Ҡала халҡын музейға ҡиммәтле әйберҙәрҙе тапшырырға саҡырам, уларҙы башҡа кешеләр ҙә күреүе мөһим, - тип фекере менән бүлеште Әлфиә Кәримова.

- Музейҙың пландары ҙур. Мәҫәлән, билдәле яҡташтарыбыҙға арланған күргәҙмәләр асыу. Бына бөгөн күренекле шағирға арналған экспозиция булдырылды, – тип билдәләп үтте Өфө тарихы музейының директоры Тимур Ильясов.

Сара балаларҙың ижади сығыштары менән дауам итте һәм экскурсия менән тамамланды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA