Халыҡ-ара ололар көнө менән!

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Халыҡ-ара ололар көнө менән!

Хөрмәтле өфөлөләр – өлкән быуын вәкилдәре!

Ҡәҙерле һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары!

Һеҙҙе Халыҡ-ара ололар көнө менән ихлас ҡотлайым! Был байрам өлкәндәргә ҡарата ихтирамды арттырып, быуындар бәйләнешен символлаштыра.

Матур байрам көнөндә һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, һуғыш йылдарында илдең азатлығы өсөн йәнен аямаған һәм артабан тыныс ваҡытта ҡалабыҙҙың тормошон тергеҙеүгә бар көстәрен һалған ветерандар алдында баш эйәбеҙ. Һеҙҙең һөнәри һәм тормош тәжрибәгеҙ, алтын аҡылығыҙ, фәһемле һабаҡтарығыҙ беҙҙең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ололарға изге һүҙҙәр әйтеп, күңел йылыһын бүләк итеп, хәстәрлек күреү-беҙҙең бурысыбыҙ.
Муниципалитет Өфө ҡалаһының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары йәмәғәт ойошмалары, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары менән тығыҙ бәйләнештә эшләп килә.

Өфөлә оло йәштәгеләрҙең ижади ынтылышын һәм йәмәғәт эшендә әүҙемлеген арттырыуға «алтын» быуын таланттарын асыуға, сәләмәт тормошҡа йүнәлтелгән саралар үткәреү матур йолаға әүерелде.

Бына инде ун йылдан ашыу «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» эшләп килә. Пенсия йәшендәге кешеләр өсөн яңы белем алыу мөмкинселектәре булдырыла, шул рәттән улар заманса технологияларҙы, алымдарҙы, методикаларҙы өйрәнә. Уҡыусылар яңы оҫталыҡҡа эйә булып, фекерҙәштәрен таба.

Байрам менән ҡотлап, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет теләйем! Яҡындарығыҙҙың хәстәрлеген, һөйөү-ихтирамын тойоп, ҡыуанып йәшәгеҙ.

 

Башҡортостан Республикаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округы 

Хакимиәте башлығы                                                                                                        Ө.М. Мостафин

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA