Өлфәт Мостафин «Инвест сәғәт» үткәрҙе

12 сентябрҙә Өфө ҡалаһы Хакимиәтендә Ведомство-ара комиссияның «Инвест сәғәт» форматындағы сираттағы ултырышы үтте. Уны Өлфәт Мостафин алып барҙы.

12 сентябрҙә Өфө ҡалаһы Хакимиәтендә Ведомство-ара комиссияның «Инвест сәғәт» форматындағы сираттағы ултырышы үтте. Уны Өлфәт Мостафин алып барҙы.

Ултырышта республика министрлыҡтары, дәүләт комитеттары вәкилдәре һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте структур подразделениелары етәкселәре һәм ҡала советы депутаттары ҡатнашты.

Инвестицион сараһы сиктәрендә ике проект тәҡдим ителде.

Гидравлик күтәргестәрен йыйыу буйынса проект тураһында «ТД«Гидроремсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Рауил Урманов һөйләне.

«Блокнот24» компаниялар төркөмөнөң генераль директоры Юлиан Хәкимов ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығының берҙәм диспетчер хеҙмәтен булдырыу тураһында мәғлүмәт еткерҙе.

Проекттың һәр береһе ентекле тикшерелде, ҡатнашыусылар үҙ тәҡдимдәрен һәм иҫкәрмәләрен белдерҙе.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA