Ял көндәрендә Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк

Ял көндәре, 14 һәм 15 сентябрҙә, Өфөлә ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк. Йәрминкәләрҙә республика етештереүселәрҙең сифатлы яңы продукцияһын түбәндәге майҙансыҡтарҙа һатып алырға була.

14 сентябрҙә:

- УМПО мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙансыҡта;
- Мушников һәм Баландин урамдары киҫелешендә;
- Затон биҫтәһенең «Тулҡын» скверы алдындағы майҙансыҡта;
- Солтанов урамындағы трамвай ҡулсаһы биләмәһе янында;
- Спорт һарайы алдындағы майҙанда;
- Орджоникидзе исемендәге майҙанда;
- Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда.

15 сентябрҙә:

- УМПО мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙансыҡта;
- Мушников һәм Баландин урамдары киҫелешендә;
- Спорт һарайы алдындағы майҙанда;
- Орджоникидзе исемендәге майҙанда;

Йәрминкәләрҙә ҡатнашырға һатыуҙа айырым шарттар талап итмәгән ауыл хужалығы һәм бал етештереүселәр саҡырыла.

Йәрминкәләр иртәнге сәғәт 10.00-дан киске сәғәт 16.00 тиклем эшләйәсәк.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA