Йәш өфөлөләр бокс буйынса ҡала турнирында ҡатнашасаҡ

14 һәм 15 сентябрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында бокс буйынса Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған турнир уҙасаҡ.

Йәш өфөлөләр бокс буйынса ҡала турнирында ҡатнашасаҡ

14 һәм 15 сентябрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында бокс буйынса Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған турнир уҙасаҡ. Ярыштарҙа 11 һәм 12 йәштәге егеттәр ҡатнашасаҡ. Приз өсөн Өфө ҡалаһынан 80 йәш спортсы көрәшәсәк.

Турнирҙы асыу тантанаһы 14 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 2-лә буласаҡ, һуңынан ярыштар башланасаҡ.

Финал ярыштары 15 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 12 башлана. Шул уҡ көндө сәғәт 3-тә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙасаҡ. Иң көслө спортсыларға кубоктар, миҙалдар, грамоталар һәм приздар тапшырыласаҡ.

Бар теләүселәр өсөн дә ярыштарға инеү бушлай.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA