Өфөлә «аҡыллы туҡталыштарҙы» урынлаштырыу дауам итә

Ҡалала йәмәғәт транспорты туҡталышы павильондарын урынлаштырыу эштәре әүҙем бара.

Ҡалала йәмәғәт транспорты туҡталышы павильондарын урынлаштырыу эштәре әүҙем бара.

7 сентябрҙә Ленин урамында «Башҡортостан» ҡунаҡһарайы туҡталышында яңы «аҡыллы» павильон барлыҡҡа килде.

«Аҡыллы туҡталыштар» гаджеттарҙы зарядлау өсөн USB-порттар менән, Wi-Fi аша бушлай Интернет селтәренә инеү, йәмәғәт транспорты теҙмәһе менән электрон табло, ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу төймәһе, светодиод яҡтыртыу менән йыһазландырылған.

Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары - транспорт һәм элемтә идаралығы начальнигы Илдар Юланов әйтеүенсә, октябрҙең аҙағына тиклем Өфөлә яңы 106 туҡталыш павильондарын урынлаштырыу ҡаралған.

- «Аҡыллы туҡталыштар» берҙәм интеллектуаль системаға берләштерелеп, пассажирҙарҙың хеҙмәтләндереү сифатын күтәрергә ярҙам итәсәктәр, - тип билдәләп үтте Илдар Юланов.

Билдәләп үтергә кәрәк, вандализм осраҡтарын киҫәтеү маҡсаты менән павильондар видеокүҙәтеү системаһы менән йыһазландырылған.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA