Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика балалар йортонда күп функциялы спорт майҙансығы асылды

7 сентябрҙә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се һанлы республика балалар йорто биләмәһендә яңы спорт майҙансығының тантаналы асыу сараһы үтте.

7 сентябрҙә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се һанлы республика балалар йорто биләмәһендә яңы спорт майҙансығының тантаналы асыу сараһы үтте.

Тантанала Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин, Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, Өфө ҡалаһы ҡала округы советы депутаты Иосиф Марач, Орджоникидзе районы Хакимиәте башлығы Марат Ғәлиуллин һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.

Байрамда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Өлфәт Мостафин ҡала Хакимиәтенең ихаталарҙа, мәктәп учреждениеларында спорт инфраструктураһы үҫешеүендә әүҙем ҡатнашлығын билдәләп үтте.

– Хәҙер балаларҙың спорт менән даими шөғөлләнеү мөмкинлеге буласаҡ. Бәлки, кемделер беҙ волейбол турнирында һәм Олимпия уйындарының береһендә күрербеҙ. Сөнки ҙур еңеүҙәргә юл тап баласаҡтан һалына. Беҙгә балаларҙың һау-сәләмәт һәм актив үҫеүҙәре мөһим, – тине Өфө ҡала Хакимиәте башлығы һәм спорт объектын төҙөүҙә һәм төҙөкләндереү эшендә ҡатнашҡандарға рәхмәт һүҙен әйтеп.

Үҙ сиратында, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Хажин сәләмләү һүҙендә ҡала Хакимиәте етәкселегенә, спорт майҙансығын төҙөүселәргә һәм меценаттарға рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.

Тантаналы бүлектән һуң балалар йорто тәрбиәләнеүселәр һәм профессиональ волейбол клубы спортсылар араһында матч уҙғарылды.

Иҫкәртеп үтәбеҙ, быйыл Өфө ҡала Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин инициативаһы буйынса «Һәр ихатаға волейбол» проекты тормошҡа уңышлы ашырылып килә. Бөгөнгө көндә ҡалала 196 волейбол майҙансығы бар. Йәйен волейбол уйыны өсөн 66 яңы зоналар барлыҡҡа килде. Был проект сиктәрендә быйыл волейбол майҙансыҡтарының һанын 315 тиклем еткереүен планлаштырылған.


 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA