86-сы һанлы гимназияла күп функциялы спорт майҙансығы асылды

2 сентябрҙә №86-сы гимназияла күп функциялы спорт комплексының асыу тантанаһы үтте.

2 сентябрҙә №86-сы гимназияла күп функциялы спорт комплексының асыу тантанаһы үтте.

Педагогик составты, уҡыусыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен иҫтәлекле сара менән ҡотларға Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, проекттар буйынса «Башнефть» «Башнефть-УНПЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы директоры Таһир Насыпов, власть органдары менән бәйләнеш буйынса «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Рушан Сәйетов һәм башҡалар килде.

-  Спорт майҙансығы «Башнефть» акционер нефть компанияһы ярҙамы менән асыла, бының өсөн беҙ «Башнефть» директоры Шишкин Андрей Николаевичҡа ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Акционер нефть компанияһы беҙҙең социаль программаларыбыҙҙа даими ҡатнашып тора, – тип билдәләне Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин. – Беҙҙең өсөн күмәк спорт мөһим. Хәҙер һеҙ волейбол, футбол, баскетбол, ҡышҡы ваҡытта – хоккей уйнай алаһығыҙ.

Шулай уҡ сәләмләү һүҙҙәре менән «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы вәкиле Таһир Насыпов, 86-сы гимназияның ата-әсәләр комитеты рәйесе Владимир Багижев сығыш яһаны.

Ҡунаҡтар иҫтәлеккә автограф ҡалдырып, спортсыларҙың яңы майҙансыҡта беренсе спорт уйындарын уйнауҙарына шаһит булдылар һәм ворк-аут зонаны ҡарап сыҡтылар.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA