Өлфәт Мостафин «ЕСТЬ» ҡала ресторандары фестивалендә ҡатнашты

31 августа Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин һәм Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алексей Гусев «ЕСТЬ» ҡала ресторандары фестиваленең асыу тантанаһында ҡатнашты.

31 августа Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин һәм Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетының рәйесе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алексей Гусев «ЕСТЬ» ҡала ресторандары фестиваленең асыу тантанаһында ҡатнашты.

Гастрономия фестивален асыу тантанаһында ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға мөрәжәғәт итеп, Өфө хакимиәте башлығы сараның беренсе тапҡыр былтыр уҙғарылып, матур йолаға әүерелә килеүен билдәләп үтте.

- Бында төрлө илдәрҙең ризыҡтарын табып була. Аш-һыу оҫталары Башҡортостан һәм Поволжье милләттәренең милли аштарын да тәҡдим итеүҙәре ҡыуандыра. Был фестиваль Өфөнөң гастрономик брендын булдырырға һәм эске туризмдың үҫеүенә булышлыҡ итә. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн бындай сараларҙы артабан да үткәрергә иҫәп тотабыҙ, - тине Өлфәт Мостафин.

Йола буйынса фестивалдең почетлы ҡунаҡтары сараның символик утын тоҡандырҙылар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, фестиваль ике көн дауамында – 31 август һәм 1 сентябрь, үтәсәк. Уның сиктәрендә ҡаланың  билдәле ресторан, кафе һәм ҡәһүәханалары үҙҙәренең иң яҡшы аш-һыуҙарын тәҡдим итәсәктәр.

Фестивалдең маҡсаты булып ҡаланың ресторан тармағын үҫтереү, ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын юғары кимәлдәге аш-һыу төрлөлөгө менән таныштырыу тора.

Гастрономик сараның сиктәрендә хәйриә аукциондар, промо-акциялар, мастер-кластар, яңы ризыҡтар һәм эсемлектәрҙең презентацияларын үткәреү ҡаралған. Сәхнәлә музыкаль төркөмдәр сығыш яһаясаҡ. Балалар уйындары өсөн ҙур зона билдәләнгән һәм аниматор  эшләйәсәк. Сара мауыҡтырғыс кисә менән тамамланасаҡ.

Сараның ойоштороусылары булып Өфө ҡала Хакимиәте ярҙамы менән «Реал» ресторан профессиональ альянсы һәм «Ҡаруанһарай» сауҙа комплексы тора.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA