Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Хөрмәтле газ тармағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Ҡәҙерле өфөлөләр!

 

Һеҙҙе нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым!

Был көс, түҙемлек һәм юғары оҫталыҡ талап иткән, ҡыйыу батырҙар байрамы. Һеҙҙең оҫталығыҙҙан ойошмаларҙың һәм предприятиеларҙың уңышлы эшмәкәрлеге, граждандар именлеге тора.

Меңәрләгән нефтселәр һәм газовиктар хеҙмәте ярҙамы менән Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы беҙҙең илдә иң ҙур заманса мегаполистарҙың береһе булып, социаль-иҡтисади үҫешен дауам итә. Ҡаланың проекттарын тормошҡа ашырыу һәм мөһим социаль объекттарын төҙөү эштәрендә нефть һәм газ тармағының предприятиелары муниципалитеттың ышаныслы партнерҙары булып тора.

Айырым рәхмәт һүҙҙәрен заманында юғары ҡаҙаныштарға юл ярып, бөгөнгө көндә бай хеҙмәт тәжрибәһен йәш белгестәр менән ихлас уртаҡлашҡан газ сәнәғәте ветерандарына еткерге килә.

Һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек, барлыҡ изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем. Ҡала һәм республика мәнфәғәттәрен ҡайғыртҡан матур башланғыстарығыҙ һәр саҡ тормошҡа ашһын!

 

 

Башҡортостан Республикаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округы 

Хакимиәте башлығы                                                                     Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA