Өфөлә газ тармағы хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр

29 августа Өфө дәүләт нефть техник университетының Йәштәр һарайында нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы тантаналы сара үтте.

29 августа Өфө дәүләт нефть техник университетының Йәштәр һарайында нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы тантаналы сара үтте.

Сарала республика һәм ҡала етәкселеге, Башҡортостандағы «Газпром» ассоциацияһының  компаниялары етәкселәре, уның төбәк вәкилдәре, газ тармағының ветерандары һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.

«Газпром» йәмғиәте вәкилдәрен һәм ветерандарын Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡотланы.

- «Газпром» беҙҙең баш ҡаланың ышаныслы социаль партнеры. «Газпром» менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек кимәлен юғары баһалайбыҙ, - тип билдәләп үтте Өлфәт Мостафин тәбрикләү һүҙендә.

- Нефть-газ предприятиеларының ышаныслы эшмәкәрлеге ярҙамында Өфө ҡалаһы эре сәнәғәт үҙәге булып тора. Бының өсөн һеҙгә рәхмәтлебеҙ. Һис шикһеҙ, нефть һәм газ сәнәғәте - ҡаланың һәм Башҡортостандың тотороҡло үҫеш нигеҙе һәм иҡтисадтың терәге, - тип билдәләне Өлфәт Мостафин.

Шулай уҡ Өлфәт Мостафин предприятиеның алдынғы хеҙмәткәрҙәрен Өфө ҡала Хакимиәтенең почет грамотаһы менән бүләкләне.

Һөнәри байрам менән сарала ҡатнашыусыларҙы «Газпром трансгаз Өфө» генераль директоры Шамил Шәрипов, Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновациялар сәйәсәте министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Фәрит Ғилманов, Рәсәй Федерацияһының Нефтегазстройпрофсоюз республика ойошмаһы рәйесе Валерий Сафиханов ҡотланы.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA