25-се һанлы мәғариф үҙәгендә волейбол майҙансығын асыу тантанаһы уҙҙы

Сираттағы яңы волейбол майҙансығы Өфө ҡалаһының 25-се һанлы мәғариф үҙәге биләмәһендә барлыҡҡа килде.

2019 йылдан башлап Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың инициативаһы менән «Һәр ихатаға волейбол» проекты тормошҡа ашырыла. Бөгөнгө көндә ҡалала 130 волейбол майҙансығы бар. Йәйге осорҙа Өфө райондарында 50-гә яҡын яңы волейбол зонһы барлыҡҡа килде. Быйылғы проект сиктәрендә волейбол майҙансыҡтарының һанын 315-кә тиклем арттырыу планлаштырыла.

Сираттағы яңы волейбол майҙансығы Өфө ҡалаһының 25-се һанлы мәғариф үҙәге биләмәһендә барлыҡҡа килде.

Уны асыу тантанаһында Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, Өфөнөң Ленин районы Хакимиәте башлығы Олег Котов, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы, Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы депутаттары һәм башҡалар ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Өлфәт Мостафин муниципалитеттың ҡалала ҙур спорт үҫеше менән ҡыҙыҡһыныуын билдәләп үтте.

- Алдағы киләсәктә беҙ хоккей, футбол, волейбол майҙансыҡтарын булдырырға планлаштырабыҙ. Беҙ балаларҙың сәләмәт һәм әүҙем булып үҫеүҙәрен , спортты яратыуҙарын теләйбеҙ. Бәлки, киләсәктә беҙ һеҙҙе волейбол турнирҙары чемпиондары итеп күрербеҙ, - тине ул.

Волейбол майҙаны 500 квадрат метр тәшкил итә. Уны төҙөү барышында биләмәне үләндән таҙартҡандар, ҡом һалғандар, геотекстиль йәйгәндәр, бағаналар һәм сетка урынлаштырғандар.

Майҙансыҡты асыу сиктәрендә Өфөнөң Ленин районында йәшәүселәре араһында пляж волейболы буйынса турнир булды, шулай уҡ Үҙәк уҡыусыларының күрһәтмә сығыштары ла булып үтте.

Бынан тыш,  ҡала Хакимиәте башлығы мәғариф үҙәгенең  уҡыу кабинеттарын, ашханаһын, спорт залын ҡараны. Өлфәт Мостафин волейбол майҙансығын төҙөүҙә ҡатнашҡандарға рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе һәм волейбол уйнау өсөн туптар тапшырҙы.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA