Өфөлә Рәсәй пенсионерҙары спартакиадаһы башланды

24 августа Өфөнөң «Динамо» стадионында VI Рәсәй пенсионерҙары спартакиадаһын асыу тантанаһы үтте. Сараға илдең 76 төбәге һәм ете яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 700 спортсы йыйылды.

24 августа Өфөнөң «Динамо» стадионында VI Рәсәй пенсионерҙары спартакиадаһын асыу тантанаһы үтте. Сараға илдең 76 төбәге һәм ете яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән 700 спортсы йыйылды. Ярышта ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сәләмләне.

– Башҡортостанда Рәсәй пенсионерҙары спартакиадаһын ҡабул итеү беҙҙең өсөн мәртәбә, – тине төбәк етәксеһе. – Беҙ оло йәштә лә сәләмәт, көр күңелле булып ҡала белгәндәрҙе, матур өлгө күрһәтеүселәрҙе иғтибар һәм хөрмәткә төрөргә әҙер. Һеҙгә еңеүҙәр, сәләмәтлек һәм яҡшы кәйеф теләйем!

Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Марина Томилова Спартакиаданы ойоштороусыларға ҡунаҡсылыҡ өсөн рәхмәт белдерҙе. Ярышта ҡатнашыусыларға уңыштар, оҙон ғүмер теләне һәм Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Ольга Голодец һәм Рәсәйҙең спорт министры Павел Колобковтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе.

– Өфөлә йыйылыуыбыҙ осраҡлы түгел, – тине Марина Томилова. – Башҡортостан – Рәсәйҙең иң спортсы төбәге. Бында спортты яраталар. Бында спорт объекттары төҙөйҙәр. Бында данлы олимпия, паралимпия һәм сурдлимпия чемпиондары бар. Һәм бында – спортты яратыусы етәксе!

Рәсәй пенсионерҙары союзы рәйесе Валерий Рязанский спортсыларҙы «Демография» милли проектын һүҙҙә түгел, ғәмәлдә күрһәтергә саҡырҙы.

– Һеҙ әүҙем тормош алып бараһығыҙ. Шуның менән һеҙ күптән еңеүсе. Сөнки һеҙ бер төрлө күңелһеҙ тормош, насар ғәҙәттәрҙе еңгәнһегеҙ. Һеҙ йәштәргә матур өлгө күрһәтәһегеҙ. Байрам менән, хөрмәтле пенсионерҙар!  – тине ул.

Рәсәй пенсионерҙары спартакиадаһы Затон биҫтәһендә Спорт әҙерлеге үҙәге базаһында үтә. Пенсионер спортсылар ете спорт төрө – өҫтәл теннисы, йөҙөү, еңел атлетика, эстафета, атыш, шахмат һәм дартсу буйынса көс һынашасаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA