Өфөлә IX Халыҡ-ара «Эко - Яр» архитектура фестивале асылды

22 августа ҡаланың Арт-квадрат үҙәк майҙанында IX Халыҡ-ара «Эко - Яр» архитектура фестивален асыу тантанаһы үтте.

22 августа ҡаланың Арт-квадрат үҙәк майҙанында IX Халыҡ-ара «Эко - Берег» архитектура фестивален асыу тантанаһы үтте.

Архитекторҙар һәм урбанистар форумының асыу тантанаһында Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәйеф Әбдрәхимов, Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Урал Искәндәров һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.

Форумда ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, Өлфәт Мостафин сараның маҡсаты яр буйҙарын төҙөкләндереү, архитектура һәм йылға өлкәһендә яңы идеялар туплау, тәжрибә менән алмашыу мөһимлеген әйтеп үтте.

- Өфө ҡаланың ике йылға араһында урынлашыуы заманса комплекслы инфраструктура мәсьәләләрен хәл итеүҙе талап итә. Архитекторҙар алдында йылға буйы зоналарын төҙөкләндереү маҡсаты тора. Күптәрегеҙ был мәсьәләләр шартында өҫтәмә оҫталыҡҡа һәм һөнәрегеҙҙе  камиллаштырыуға эйә булып, баш ҡалабыҙҙың сәскә атыуына ҙур өлөш индерерһегеҙ тип ышанам, - тигән уй белдеҙе Өлфәт Мостафин.

IX Халыҡ-ара «Эко - Яр» архитектура фестивале өс көн дауам итәсәк.  Фестиваль сиктәрендә ғилми конференциялар, презентациялар, экскурсиялар һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар үткәреү ҡаралған.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA