Өфөлә «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының унынсы этабы уҙғарыласаҡ

25 августа «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының унынсы этабы уҙасаҡ.

25 августа «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының унынсы этабы уҙасаҡ.

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған сарала Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Күгәрсен, Миәкә һәм Стәрлебаш райондары ҡатнаша.

Турнир ике этапта үткәрелә: тәүҙә сабыштарҙа район чемпионы билдәләнһә, һуңынан беренсе һәм икенсе урын алған ҡатнашыусылар «Аҡбуҙат» ипподромы аттарында үҙ-ара ярышасаҡ.

Шулай уҡ, ипподром холында ҡатнашыусы райондарҙың тауар етештереүселәре продукцияһы йәрминкәһе ойоштороласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, финал ярыштар 2019 йылдың 11 октябрендә үтәсәк.

Сара 12.00 сәғәттә башлана.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA