Өлфәт Мостафин «Урал» клубының етәкселеге һәм командаһы менән осрашты

14 августа «Урал» спорт-һауыҡтырыу комплексында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин «Урал» клубының тренерҙар штабы һәм командаһы менән осрашты.

14 августа «Урал» спорт-һауыҡтырыу комплексында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин «Урал» клубының тренерҙар штабы һәм командаһы менән осрашты.

«Урал» клубының профессионалдарынан башҡа Өлфәт Мостафин Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Павел Муслимов һәм «Урал» волейбол клубының президенты Валерий Багметов менән бергә клубтың системаһына ингән командалар менән әңгәмә ҡорҙо.

«Урал» волейбол клубы системаһына юғары «А» лигаһында сығыш яһаған  Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Тархан» клубы, «Беркуты Урала» йәштәр клубы һәм «Уфимочка-УГНТУ» ҡатын-ҡыҙҙар клубы инә.

Сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Өлфәт Мостафин үткән миҙгелдең уңыштары өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтте һәм яңы бурыстар билдәләне.

- Һеҙҙән күп сағыу еңеүҙәр көтәбеҙ. «Урал» волейбол клубы республиканың иң ҙур спорт клубтары рәтенә инә һәм ул 20 йылдан ашыу Рәсәйҙең көслө лигалары һанында, - тип билдәләп үтте Өлфәт Мостафин.

Иҫкәртеп үтәбеҙ, Өлфәт Мостафиндың инициативаһы буйынса Өфөлә «Һәр ихатаға волейбол» проекты тормошҡа ашырыла. Проектҡа ярашлы ҡалала 185 волейбол майҙансыҡтарын төҙөргә һәм төҙөкләндерергә планлаштырылған.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA