Өфөлә Чернобыль һәләкәтен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарға һәйкәл асылды

14 августа Еңеүҙең 50 йыллығы скверында Чернобыль һәләкәтен һәм башҡа радиацион аварийҙарын бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарға һәйкәл асылды.

14 августа Еңеүҙең 50 йыллығы скверында Чернобыль һәләкәтен һәм башҡа радиацион аварийҙарын бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарға һәйкәл асылды.

Тантанала  Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыһы Ленара Иванова, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, «Рәсәй Чернобыле» союзы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт берләшмәләре союзы президенты Вячеслав Гришин  ҡатнашты.

Сарала ҡатнашыусыларға Константин Толкачев Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтан сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе.
Ленара Иванова үҙ сығышында Чернобыль һәм башҡа радиация һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарға рәхмәтен белдерҙе.

- Чернобылселәрҙең батырлығы ошо баҡыр һәйкәлдә мәңгелләште. Һәләкәттең эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ҡаһармандарға уларҙың фиҙакәр эштәре өсөн рәхмәт белдерәм. Һәм һәйкәлде ҡуйыуҙа ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтәм, - тип билдәләп үтте Өлфәт Мостафин сәләмләү сығышында.

- Монументаль скульптура ҡоролмаһы авария һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарҙың батырлығын сағылдыра. Ҡаһармандарҙың образы ғүмерен һәм һаулығын бирергә әҙер булғандарға иҫтәлек, - тине «Рәсәй Чернобыле» союзы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт берләшмәләре союзы президенты Вячеслав Гришин. 

Һәйкәлдең авторы - Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Хәниф Хәбибрахманов.

Өфө хакимиәте тарафынан скверҙа төҙөкләндереү эштәре башҡарылды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA